• + 7 (34783) 4-38-07
  • Нефтекамск, Ленин урамы, 9

8 октябрь көнө Удмурт Республикаһында “Ҡурай” башҡорт йәмәғәт ойошмаһы үҙенең эшен башланы

8 октябрь көнө Удмурт Республикаһында “Ҡурай” башҡорт йәмәғәт ойошмаһы үҙенең эшен башланы

8 октябрь көнө Удмурт Республикаһында “Ҡурай” башҡорт йәмәғәт ойошмаһы үҙенең эшен башланы

8 октябрь көнө Удмурт Республикаһында “Ҡурай” башҡорт йәмәғәт ойошмаһы үҙенең эшен башланы. Был сара Бөтә донъя башҡорттары ҡоролтайы ағзаларын, Удмурт Республикаһы милли-мәҙәни берләшмәләре вәкилдәрен һәм район-ҡалаларҙан делегация рәйестәрен йыйҙы.

Нефтекама дәүләт филармонияһы артистары Удмуртия халыҡтар дуҫлығы йортонда «Ҡурай» башҡорт йәмәғәт ойошмаһының асыу тантанаһында әүҙем ҡатнашты.

Башҡортостан Республикаһының Халыҡ артисы, ҡурайсы Айбулат Рәхмәтуллин, Башҡортостан Республикаһының атҡаҙанған артисы, башҡорт халыҡ йырҙарын оҫта башҡарыусы Раян Алтыншин, халыҡ-ара һәм республика конкурстар лауреаттары Сүриә Ғималова, Азат Ҡарасурин үҙенсәлекле, дәртле сығыштары менән тамашасыларҙың күңелен яуланы.