• + 7 (34783) 4-38-07
  • Нефтекамск, Ленин урамы, 9

«Һабантуй — Болгария 2019»

«Һабантуй — Болгария 2019»

«Һабантуй — Болгария 2019»

Болгария Республикаһында йәшәгән  милләттәштәребеҙ 8 – 9 июнь  ике көнлөк «Һабантуй — Болгария»  милли байрам сараларын ойошторҙо. София ҡалаһының Көньяҡ паркында һабантуй быйыл 5-се тапҡыр үткәрелә.

Сит илдәр менән мәҙәниәт хеҙмәттәшлеген нығытыу, уны пропагандалау, Болгарияла йәшәүсе милләттәштәребеҙҙең рухи ихтыяжын ҡәнәғәтләндереү  маҡсатында Нефтекама дәүләт филармонияһы артистары был ҙур сарала әүҙем ҡатнашты. Башҡортостан Республикаһының атҡаҙанған артисы, «Ҡәрҙәштәр» башҡорт эстрада төркөмө етәксеһе, башҡорт халыҡ йырҙарын оҫта башҡарыусы Раян Алтыншин, Башҡортостан Республикаһының атҡаҙанған артисы, талантлы бейеүсе Юнир Ноғаманов, һәләтле ҡурайсыбыҙ Иҙел Исҡужин үҙенсәлекле, дәртле сығыштары менән тамашасыларҙың күңелен яуланы.

«Һабантуй — Болгария»  халыҡ байрамын ойоштороусылар, Нефтекама дәүләт филармонияһы артисттарын мәҙәниәт тормошонда әүҙем ҡатнашҡандары өсөн почет грамоталары менән бүләкләне. «Волжки булгари» рәйесе Әлфиә Димитрова шулай уҡ БР-ҙың мәҙәниәт министры Шафикова Әминә Ивний ҡыҙына, Нефтекама дәүләт филармонияһының етәксеһе Исмәғилев Рәис Абдрахман улына рәхмәт хаттары еткерҙе.