• + 7 (34783) 4-38-07
  • Нефтекамск, Ленин урамы, 9

Views Navigation

Event Views Navigation

Сегодня

«Мәңгҽлҽк моң…» исемле театрлаштырылған тамаша.

Хөрмәтле дуҫтар!❤ Һеҙҙең иғтибарға, 28-29 ғинуарҙа Нефтекама дәүләт филармонияһы башҡорт милли батырыбыҙ Салауат Юлаевҡа арналған "Мәңгҽлҽк моң..." исемле театрлаштырылған тамаша тәҡдим итә. Бҽлҽшмәләр өсөн тҽлҽфон: 8(34783) 4-38-07. Иҫегеҙгә төшөрәбеҙ: инеү, ҡәтғи рәүештә, индивидуаль һаҡланыу битлҽктәрҽ (маскалары) менән. Был талаптарҙы аңлауығыҙҙы […]

Шаяндар һәм тапҡырҙар клубы.

Хөрмәтлҽ дуҫтар! 29 ғинуар 17.00 сәғәттә Юниор Лигаһы кубогы; 19.00 сәғәттә "Нҽфтик" лигаһы фҽстивалҽ уҙа. Рәхим итҽгҽҙ!

100Р – 250Р

Тимур Рамаҙановтың «Йәшәйбеҙ!» тип аталған концерты.

Хөрмәтле дуҫтар! 06 февраль 19:00 сәғәттә Нефтекама дәүләт филармонияһының ҙур залында Тимур Рамаҙановтың «Йәшәйбеҙ!» тип аталған концерты үтәсәк.
Тимур йәш булыуына ҡарамаҫтан, күп кенә тамашасының йөрәген яулап өлгөргән. Үҙе йырҙар ижад итә, республика һәм халыҡ-ара бәйгеләр лауреаты исеменә лә лайыҡ булған. Йәш башҡарыусы үҙенең концерт программаһында заманса, сағыу уттар ҡуллана һәм тамашасы иғтибарын яулай. Тимурҙың ижадын үҙ итеүселәр беҙҙең республиканың бөтә райондарында ла бар тейерлек. Шулай уҡ йырсы Мәскәү, Санкт-Петербург, Ырымбур һәм Силәбе өлкәләрендә уҙған төрлө байрам сараларында ла актив сығыш яһай. 6 февралдә уҙасаҡ концертта йәш һәм талантлы артистар – Сабина Кучаева (йырсы), Резана Аҡтаева (скрипкала), Александр Довганюк (бейеү), Элмира Юлдашева (алып барыусы) ҡатнашасаҡ. Билет хаҡы: 300 һум. Белешмәләр өсөн телефон: 8 (34783) 4-38-07.

300Р

«Йондоҙҙар… Серҙәр…».

Хөрмәтле дуҫтар! 18 февраль 19.00 сәғәттә Нефтекама дәүләт филармонияһы һеҙҙе барығыҙҙы ла Хөсәйен Әхмәтов исемендәге Башҡорт дәүләт филармонияһы тәҡдим иткән «Йондоҙҙар... Серҙәр...» тип аталған концерт программаһын ҡарарға саҡыра. Сарала Башҡортостандың атҡаҙанған артисы Лилиә Ишемйәрова, Заһир Иҫәнсурин, Зөлфир Басыров, Салауат Хәлилов, […]

Раян Алтыншин концҽрты.

Хөрмәтле беҙҙең тамашасыларыбыҙ! 25 февраль 19.00 сәғәттә Нефтекама дәүләт филармонияһы һеҙҙе барығыҙҙы ла Башҡортостан Республикаһының атҡаҙанған артисы Раян Алтыншиндың «Китмә китмә, минең йәшлегем!» тип аталған йырлы-моңло юбилей концерт программаһын ҡарарға саҡыра. Сарала Нефтекама дәүләт филармонияһының моңло һәм оҫта йырсылары һеҙгә […]

250Р – 300Р