• + 7 (34783) 4-38-07
  • Нефтекамск, Ленин урамы, 9

«Башҡортостан – алтын бишегем»

«Башҡортостан – алтын бишегем»


25 апрель Нефтекама дәүләт филармонияһы Өфө тамашасыларына республикабыҙҙың 100 йыллығына арналған «Башҡортостан – алтын бишегем» исемле сағыу тамаша тәҡдим итә.
Сағыу тамаша Башҡортостанда әһәмиәтле ваҡиғаларын үҙ эсенә ала: Республикабыҙҙың 100-йыллығы, Башҡорт халыҡ шағиры Мостай Кәримдең 100-йыллыҡ юбилейы һәм Рәсәй театр йылы. Концерт программаһында филармонияһының барлыҡ ижади көстәре ҡатнаша: “Түңгәүер” бейеү ансамбле, “Ҡәрҙәштәр” башҡорт эстрада төркөмө ,”Ҡайтауаз” татар эстрада төркөмө, “У Сем” мари эстрада төркөмө, әҙәби-музыкаль лекторий артистары, талантлы һәм популяр йырсыларыбыҙ – Башҡортостандың атҡаҙанған артистары Раян Алтыншин һәм Рифҡәт Ғәбделйәнов, Азат һәм Розалия Ҡарасуриндар, Илгиз Миңлеәхмәтов, Иршат Ҡарасурин һәм башҡалар ҡатнаша. Тамашаның ҡуйыусы режиссеры – Ләлә Килһенбаева.
Хөсәйен Әхмәтов исемендәге Башҡорт дәүләт филармонияһында үтәсәк тамашаға һеҙҙе көтөп ҡалабыҙ. Килегеҙ! Күрегеҙ! Күңелегеҙгә илһам алығыҙ! Концертыбыҙ 19:00 сәғәттә башлана.