• + 7 (34783) 4-38-07
  • Нефтекамск, Ленин урамы, 9

Филармония хаҡында

Нефтекама дәүләт филармонияһы 1998 йылдың 8 ғинуарында Башҡорт дәүләт филармонияһының филиалы булараҡ асыла, уға Башҡортостан Республикаһының беренсе президенты Мортаза Ғөбәйҙулла улы Рәхимов булышлыҡ итә. Ошо мәлдән филармонияһының ижади коллективтарын туплау башлана.

2005 йылдың 21 октябрендә Нефтекама дәүләт филармонияһы Өфө филармония филиалынан айырылып үҙаллылыҡ ала.

Нефтекама дәүләт филармонияһы Башҡортостандың иң йәш профессиональ коллективы, һәм төньяҡ-көнбайыш райондарының берҙән-бер профессиональ мәҙәниәт һәм сәнғәт учреждениеһы. Нефтекама дәүләт филармонияһы ойошторолоуҙан башлап 200-ҙән ашыу концерт программалары ҡуйылған, артистар йыл һайын Республикабыҙҙа хөкүмәт концерттарында,  конкурстарҙа һәм фестивалдәрҙә ҡатнаша.

Филармонияның төп маҡсаты — илебеҙҙең мәҙәни мираҫын һәм музыка сәнғәтенең һаҡлау; Башҡортостан Республикаһының төньяҡ-көнбайыш райондарында профессиональ сәнғәт, хореография, музыка, халыҡтың рухи ихтыяжын ҡәнәғәтләндереү, башҡорт музыка мәҙәниәттең ҡаҙаныштарын пропагандалау.

Милли сәнғәтте, халыҡ һәм классик көй-моңдарын таратыуға, филармонияның ижади коллективтарын үҫтереүгә тәүгеләрҙән булып тос өлөш индереүселәр: филармонияһының беренсе директоры, Рәсәйҙең атҡаҙанған мәҙәниәт хеҙмәткәре, Башҡортостандың атҡаҙанған артисы Әхәт Фәсхетдинов, филармонияһының художество етәксеһе, Башҡортостандың халыҡ артисы Айбулат Рәхмәтуллин, Башҡортостандың атҡаҙанған мәҙәниәт хеҙмәткәре Фәнир Латыпов, Рәсәйҙең атҡаҙанған хеҙмәткәре Ривхәт Саттаров, Башҡортостандың атҡаҙанған артисы һәм мәҙәниәт хеҙмәткәрҙәре Лилиә Йосопова, Башҡортостандың атҡаҙанған мәҙәниәт хеҙмәткәре Шамил Халитовтар булып ҡала.

Нефтекама дәүләт филармонияһы үҙенең ижади коллективтары менән ғорурлана: «Ҡәрҙәштәр»  башҡорт эстрада төркөмө, «Түнгәүер» бейеү ансамбле, «Ҡайт ауаз» татар эстрада төркөмө, әҙәби-музыкаль лекторий, «У Сем» мари эстрада төркөмө, «Сыңғыҙ һәм Тамерлан» цирк-эстрада төркөмө.

Бөгөнгө көндә Нефтекама дәүләт филармонияһы етәксеһе Башҡортостандың атҡаҙанған артисы — Ринат Рәшит улы Ғайсин.