• + 7 (34783) 4-38-07
  • Нефтекамск, Ленин урамы, 9

Тимур Рамаҙановтың «Йәшәйбеҙ!» тип аталған концерты үтәсәк.

Тимур Рамаҙановтың «Йәшәйбеҙ!» тип аталған концерты үтәсәк.

Тимур Рамаҙановтың «Йәшәйбеҙ!» тип аталған концерты үтәсәк.

Хөрмәтле дуҫтар! 06 февраль 19:00 сәғәттә Нефтекама дәүләт филармонияһының ҙур залында Тимур Рамаҙановтың «Йәшәйбеҙ!» тип аталған концерты үтәсәк.
Тимур йәш булыуына ҡарамаҫтан, күп кенә тамашасының йөрәген яулап өлгөргән. Үҙе йырҙар ижад итә, республика һәм халыҡ-ара бәйгеләр лауреаты исеменә лә лайыҡ булған. Йәш башҡарыусы үҙенең концерт программаһында заманса, сағыу уттар ҡуллана һәм тамашасы иғтибарын яулай. Тимурҙың ижадын үҙ итеүселәр беҙҙең республиканың бөтә райондарында ла бар тейерлек. Шулай уҡ йырсы Мәскәү, Санкт-Петербург, Ырымбур һәм Силәбе өлкәләрендә уҙған төрлө байрам сараларында ла актив сығыш яһай. 6 февралдә уҙасаҡ концертта йәш һәм талантлы артистар – Сабина Кучаева (йырсы), Резана Аҡтаева (скрипкала), Александр Довганюк (бейеү), Элмира Юлдашева (алып барыусы) ҡатнашасаҡ. Билет хаҡы: 300 һум. Белешмәләр өсөн телефон: 8 (34783) 4-38-07.