• + 7 (34783) 4-38-07
  • Нефтекамск, Ленин урамы, 9

23 май Нефтекама дәүләт филармонияһы 21-се ижад миҙгелен ябыу программаһын тәҡдим итте.

23 май Нефтекама дәүләт филармонияһы 21-се ижад миҙгелен ябыу программаһын тәҡдим итте.

23 май Нефтекама дәүләт филармонияһы 21-се ижад миҙгелен ябыу программаһын тәҡдим итте.

Республикабыҙҙың 100 йыллығына арналған «Башҡортостан – алтын бишегем» исемле сағыу тамашала ҡатнашҡан филармониябыҙҙың талантлы ижади коллективтары артистары йыр-моңдары һәм дәртле бейеүҙәре менән барлыҡ тамашасыларҙы ҡыуандырҙы. Тантаналы сарала Нефтекама филармонияһының нәфис һүҙ оҫтаһы Розалия Ҡарасурина, талантлы йәш йырсыбыҙ Ирина Халикова, звукорежиссер Сергей Иргубаев Маҡтау ҡағыҙҙары менән бүләкләнде. Бүләкләү тантанаһын Нефтекама дәүләт филармонияһының директоры, Башҡортостан Республикаһының атҡаҙанған сәнғәт эшмәкәре, Рәсәй Федерацияһының атҡаҙанған мәҙәниәт хеҙмәткәре Рәйес Абдрахман улы Исмәғилев һәм Нефтекама ҡалаһының мәҙәниәт бүлеге етәксеһе Илмир Суфиян улы Йәләлов атҡарҙы. Концерт программаһы бай йөкмәткеле, сағыу, йәнле, үҙенсәлеге менән талапсын тамашасыларҙың йөрәктәрен яуланы.