• + 7 (34783) 4-38-07
  • Нефтекамск, Ленин урамы, 9

«Сынғыҙ һәм Тамерлан» цирк-эстрада төркөмө

 

«Сыңғыҙ һәм Тамерлан» эстрада-цирк төркөмө

Ялҡынлы цирк сәнғәтен  һәр ваҡыт балалар ҙа, ололар ҙа ярата, шуға күрә Башҡортостан Республикаһының атҡаҙанған мәҙәниәт хеҙмәткәре, билдәле гимнаст Хәлитов Шамил Нурми улы етәкселегендәге цирк төркөмө барлыҡҡа килеүен бөтә Нефтекама филармонияһы коллективы ҙур шатлыҡ менән ҡаршы ала. Күп йылдар дауамында трюктар шымартыла, яңы номерҙар барлыҡҡа килә.  Хәлитовтар ғаиләһе ныҡышмал рәүештә бер программа артынан икенсеһен әҙерләй. Тамашасы цирк артистары сығыштарын һәр саҡ түҙемһеҙлек менән көтөп ала, ә гастролдәр географияһы киңәйә.

Цирк төркөмө артистары ҡатнашлығындағы концерт программалары Нефтекама халҡы һәм Республикабыҙҙың төньяҡ-көнбайыш төбәгендә йәшәүсе тамашасылар өсөн традицион һәм көтөп алынған ваҡиғаға әйләнә. Фокус, ҡоршау менән уйын, пантомима, клоунада, ҡулса һәм туп менән парлы жанглерлау, аттракцион, акробатика, эквилибристика, бейеү, йыр —  бөтә номерҙарҙы төркөм исемлегендә һанап бөтөрөрлөк түгел. Эстрада-цирк төркөмөнөң күп номерҙары жанр классикаһына әйләнде, ә яңылары Нефтекама дәүләт филармонияһының ижади төркөмө сығышына биҙәк һәм нур өҫтәй.

Әлеге көндә төркөмдә үҙенсәлекле жанр артистары Нурания һәм Айгөл Хәлитовалар, талантлы вокалист Тамерлан Хәлитов, төркөмдөң алыштырғыһыҙ ярҙамсылары Тимерхан һәм Азалия Хәлитовтар эшләй. Төркөмдө ҡоршау, ҡытай таяҡсалары, булавкалар һәм туп менән оҫта эш итеүсе Нурания Хәлитова етәкләй.

Айгөл Хәлитова башҡарыуында көлкөлө клоунада, һабын ҡыуығы менән оҫта эш итеү, жанглерлыҡ тамашасылар тарафынан йылы ҡабул ителә. Тамерлан Хәлитов клоун булараҡ та, алып барыусы булараҡ та сығыш яһай. Был талантлы артист бөтәһен матур тауышы  һәм музыка ҡоралдары — ҡурайҙа, фортепианола, гитарала, баянда оҫта уйнауы менән тамашасыларҙың мөхәббәтен яуланы. Тимирхан Хәлитов клоунада жанрында уңышлы эшләй, сығыштарында акробатик трюктар һәм эквилибристика бергә үҫешә. Был нәҫелдә иң йәше — Хәлитова Азалия, ул бик оҫта бейей һәм йырлай.