• + 7 (34783) 4-38-07
  • Нефтекамск, Ленин урамы, 9

«Изге эштәр» проекты

Нефтекама дәүләт филармонияһы даими рәүештә хәйриә концерттары һәм тамашалар менән сығыш яһай, хәйриә акцияларында ҡатнаша. Концерттар ветерандар, инвалидтар һәм Бөйөк Ватан һуғышында ҡатнашыусылар, етем балалар, мөмкинлектәре сикләнгән ололар һәм балалар, шулай уҡ кереме аҙ булған һәм ярлы ғаиләләр өсөн үткәрелә. Йыл һайын Нефтекама дәүләт филармонияһы артистары Яңы йыл тамашаларын мөмкинлектәре сикләнгән балалар һәм ярлы йәки тулы булмаған ғаиләләрҙән булған балалар өсөн хәйриә күрһәтеү менән башлай. Хәйриә концертын әҙерләү һәм ойоштороу — һәр ваҡыт ҙур хеҙмәт, әммә һөҙөмтә барлыҡ көтөлгәндәрҙе лә уҙып тора, сөнки беҙҙең артистарҙың ижады һәм таланты иң мөһим социаль бурыстарҙың береһен үтәй — мохтаждарға шатлыҡ һәм файҙа килтерә.

Нефтекама дәүләт филармонияһының Дәүләт автономиялы мәҙәниәт учреждениеһында граждандарҙың өҫтөнлөклө категорияларына билеттар ғәмәлгә ашырыу тәртибе тураһында Положение ғәмәлдә, уға ярашлы түбәндәге кешеләр төркөмөнә ташламалар биреү күләме билдәләнгән:

  • етем балалар — 100%;
  • мөмкинлектәре сикләнгән балалар һәм уларҙың ғаиләләре — 50%;
  • ветерандар һәм Бөйөк Ватан һуғышында ҡатнашыусылар — 50%;
  • күп балалы/ярлы ғаиләләр — балаларға 50%;
  • мобилизацияланған граждандарҙың ғаиләләре, шулай уҡ Донбасты яҡлау буйынса Рәсәй Федерацияһының махсус хәрби операцияһы (МХО) зонаһында хәрби бурысын үтәгәндә һәләк булған хәрби хеҙмәткәрҙәрҙең ғаиләләре өсөн:

а) тейешле документты күрһәткәндә Нефтекама дәүләт филармонияһының концерттарына йөрөү өсөн 100 % күләмендә ташлама биреү;

б) тейешле документты күрһәткәндә «Түңгәүер» бейеү ансамбле ҡарамағындағы балалар студияһына йөрөү өсөн 100 % күләмендә ташлама биреү;

в) тейешле документты күрһәткәндә Нефтекама дәүләт филармонияһының Яңы йыл иртәлектәренә йөрөү өсөн 100 % күләмендә ташлама биреү.

Ташламалар тик учреждение кассаһында ғәмәлгә ашырылған билеттарға ғына ҡулланыла.

Ташламалар тик ойоштороусыһы учреждение булған сараларҙың билеттарына ғына ҡулланыла.

Учреждение администрацияһы бирелгән ташламаларҙың һанын һәм күләмен үҙгәртеү, шулай уҡ юғарыла күрһәтелгән ташламалар ҡулланылған сараларҙы һайлау хоҡуғын үҙендә ҡалдыра.

Юғарыла күрһәтелгән категорияларға ингән граждандар дөйөм гражданлыҡ паспортын һәм уларҙың тейешле категорияға ҡарауын раҫлаусы документтарҙы күрһәткәндә сираттан тыш билеттар һатып ала.

Филармония бинаһы инвалид-коляскалылар һәм ишетеү ҡеүәһе насар граждандар өсөн юғары дәрәжәлә иңәүсәнлеккә эйә. Атап әйткәндә:

  • Филармония бинаһына инеү урыны инвалидтар өсөн яраҡлаштырылған — пандустар ҡуйылған.
  • Бина пандустар менән йыһазландырылған.
  • Йәмәғәт зоналары (фойе, бәҙрәфтәр) һәм тамаша залдары яраҡлаштырылған.
  • Инвалид-коляскалылар өсөн залда 3 урынға тиклем урын ҡаралған, шулай уҡ урындар ишетеү ҡеүәһе боҙолған тамашасылар өсөн махсус йыһазландырыу (наушниктар) менән тәьмин ителгән.

 

 

Артист-вокалист Нефтекамской государственной филармонии Ильнур Муфтахов был награжден благодарственным письмом от руководителя РЦДО детей-инвалидов г.Нефтекамск Н.В.Нигматзяновой за высокий профессионализм и помощь в подготовке в организации праздничного мероприятия по случаю 10-летнего юбилея РЦДО.