• + 7 (34783) 4-38-07
  • Нефтекамск, Ленин урамы, 9

Әҙәби-музыкаль лекторий.

 

Нефтекама дәүләт филармонияһың нигеҙе — балалар музыка лекторийы. Ул Нефтекама ҡалаһының ғына түгел, ә Башҡортостан Республикаһының төньяҡ-көнбайыш төбәгендә йәшәүсе балалар һәм үҫмерҙәрҙә музыкаль–эстетик зауыҡ тәрбиәләй. Балалар музыка лекторийы эшенә беҙҙең филармонияның иң яҡшы ижади көстәре йәлеп ителде. Эшләү дәүерендә ижади коллектив 80-тан ашыу төрлө программа булдырған, улар балаларҙы классик музыкаль мираҫ, халыҡ фольклоры һәм башҡорт композиторҙары ижады менән таныштыра. Музыкаль программалар төҙөгәндә түбәндәге талаптарға айырым иғтибар бирелә: тамашаның тематикаһы, уҙғарыу урыны һәм рәүеше, составы һәм йәше, уҙғарыу рәүеше, музыканттарҙың башҡарыу мөмкинлектәре, концертты уҙғарыуҙың матди һәм техник шарттары, аудиторияны әҙерләү.

Филармонияның балалар лекторийы артистары ҡалалағы уҡыу йорттарында һәр ваҡыт көтөп алынған ҡунаҡ: йәш тамашасылар уларҙың сығыштарына бик теләп йөрөйҙәр. Уларҙың концерттары һәр ваҡыт аншлаг менән уҙа, артистар йыр, уйын һәм бейеүҙәр аша етди һәм мөһим темалар тәҡдим итә. Был алым балалар күңеленә хуш килә, уларға сарала  ҡатнашыу бик ҡыҙыҡ һәм оҡшай. Бөгөнгө көндә балалар музыка лекторийы етәксеһе – Нефтекама филармонияһы артискаһы, нәфис һүҙ оҫтаһы Ҡарасурина Рита Зәйнетдин ҡыҙы. Балалар өсөн ойошторолған сағыу программаларҙа Башҡортостандың атҡаҙанған артистары Илгиз Миңлеәхмәтов һәм Иршат Ҡарасурин, Лиана Йыһанова, Арина Утепергенова һәм «Түңгәүер» бейеү ансамбле солистары ҡатнаша.