• + 7 (34783) 4-38-07
  • Нефтекамск, Ленин урамы, 9

«Түнгәүер» бейеү ансамбле

«Түңгәүер» бейеү ансамбле

Нефтекама дәүләт филармонияһының барлыҡҡа килеүенең беренсе көндәренән үк «Түңгәүер» бейеү ансамбле үҙен танытып өлгөрә. Ансамблдең беренсе нигеҙ һалыусыһы һәм балетмейстеры — Башҡортостан Республикаһының атҡаҙанған артисы, Башҡортостан Республикаһының һәм Рәсәй Федерацияһының атҡаҙанған мәҙәниәт хеҙмәткәре Саттаров Рифхәт Миҙхәт улы. Тап уның тәрбиәләнеүселәре оҙаҡ йылдар дауамында ансамблдең төп өлөшөн  тәшкил итә. Ә иң мөһиме, ҡыҫҡа ваҡыт эсендә ҡуйылған бейеүҙәр коллектив репертуарының нигеҙен булдыра.

Бөгөн Башҡортостан Республикаһының атҡаҙанған артисы Сәфәрова Гөлнара Наил ҡыҙы коллективтың художество етәксеһе булып тора.

«Түңгәүер» бейеү ансамбле лайыҡлы репертуарға эйә,  Нефтекама дәүләт филармонияһы ижади төркөмдәренең бөтә гастроль маршрутында ла әүҙем ҡатнаша, ҡала һәм Башҡортостан Республикаһының төньяҡ-көнбайыш төбәге мәҙәниәте үҫешенә тос өлөш индерә. Бер генә сара ла    «Түңгәүер» бейеү ансамбле ҡатнашлығынан башҡа үтмәй. Йылдам темп, юғары башҡарыу манераһы, образлылыҡ һәм музыкаль хәрәкәт характерлығы — бейеү коллективының үҙенсәлеге. Ансамблдең концерттары тамашасыны ғәжәйеп төҫтәге милли костюмдар, ҡыҙыҡлы юғары башҡарыу оҫталығы менән һоҡландыра.

Бейеүҙәрҙәге  шаян характер һәм оҫталыҡ бәйләнеше – был коллективтың ҡабатланмаҫ образы. Традицион башҡорт, рус, татар, мари бейеүҙәренән тыш, улар донъя халыҡтары бейеүҙәрен дә башҡара. Коллектив репертуарында 60-тан ашыу бейеү. Йәш булыуына ҡарамаҫтан, бейеү коллективы бөтә Рәсәйҙе тиерлек гиҙеп сыҡты, Италия, Эстония, Төркиә илдәрендә сағыу башҡорт милли сәнғәтен юғары бейеклектәргә күтәрҙе.

Тамашасылар Башҡортостан Республикаһының атҡаҙанған артистары Гөлнара Сәфәрова, Аревик Гугасян, Илнур Муллағәлиев, Юнир Шәрифуллин, Нәҙилә Ҡасимова, ансамблдең төп солистары Валентина Миңлеәхмәтова, Данил Вавилов, Марина Шахмина, Гүзәл Нәжметдинова, Динар Йыһанов, Вера Николаева, Регина Дорофеева, Айгөл Мостафина, Илназ Әҙиәтуллин, Эльвина Ҡәлләмиева, Карина Ғафиятуллина, Илья Милехиндарҙы оло ҡыуаныс менән алҡышлай һәм уларҙың юғары оҫталыҡтарын таный. Коллективтың профессиональ үҫеше, тотороҡло составы, үҙенсәлекле бай репертуары – был бөтә сифаттар ижади коллективтың уңышлы үҫешенә ыңғай тәъҫир итә, шуға ла күп йылдар инде ансамбль үҙ тамашасыһын маҡсатсанлығы, һәләте менән ғәжәпләндерә һәм матур бейеүҙәре менән ҡыуандыра.