• + 7 (34783) 4-38-07
  • Нефтекамск, Ленин урамы, 9

1 март — Башҡорт ғаиләһе көнө!

1 март — Башҡорт ғаиләһе көнө!

1 март — Башҡорт ғаиләһе көнө!

💙1 март — Башҡорт ғаиләһе көнө!
🤍2017 йылда Бөтә донъя башҡорттары ҡоролтайы башҡарма комитеты 1 мартты Башҡорт ғаиләһе көнө тип билдәләргә тәҡдим итте.
💚Быуаттар дауамында ғаилә — йәмғиәттең нигеҙе, ә милли ғаилә айырыуса әһәмиәтле булып тора. Ул мәҙәни һәм тарихи йолаларҙы, ғөрөф-ғәҙәттәрҙе киләсәк быуынға тапшырырға, телде һаҡларға ярҙам итә.
✨Нефтекама дәүләт филармонияһы барыһын да Башҡорт ғаиләһе көнө менән ҡотлай! Бәхет, мөхәббәт, тоғролоҡ, именлек теләйбеҙ! Ғаиләләрегеҙ һәр төрлө ауырлыҡтарҙы еңеп сығырға һәм һәр көнгә шатланырға ярҙам иткән илһам, көс һәм рух сығанағы булһын.
Байрам менән! 💐