1 октябрь — Халыҡ-ара Ололар көнө!
1 октябрь — Халыҡ-ара Ололар көнө!
Нефтекама дәүләт филармонияһы коллективы барлыҡ оло быуын вәкилдәрен ошо күркәм байрам менән ҡайнар ҡотлай! Һеҙ — донъя тотҡаһы һәм йәме, йәштәрҙең терәге һәм тәрбиә үрнәге. Һеҙ — йәмғиәтебеҙҙең традицияларын һәм ҡиммәттәрен һаҡлап, йәш быуынға еткереүселәр. Намыҫлы хеҙмәттәрегеҙ өсөн хөрмәт кисереп, иҫәнлектә һаулыҡта, оҙон-оҙаҡ йылдар яҡындарығыҙға терәк булып, балаларығыҙҙың, ейән-ейәнсәрҙәрегеҙҙең, бүлә-бүләсәләрегеҙҙең изгелеген күреп бәхетле ҡартлыҡ кисерергә яҙһын һеҙгә! Ҡояшлы көндәр, аяҙ күктәр, рух ныҡлығы һәм күңел көрлөгө теләйбеҙ!!! Байрам менән!

Башҡортса
Русский