11 июндә Нефтекама дәүләт филармонияһының талантлы йырсы-солисы Руфина Йәнбирҙина «Башҡорт йыры-2021» республика телевизион бәйгеһендә уңышлы сығыш яһап, жюриҙың юғары баһаһын алды
11 июндә Нефтекама дәүләт филармонияһының талантлы йырсы-солисы Руфина Йәнбирҙина «Башҡорт йыры-2021» республика телевизион бәйгеһендә уңышлы сығыш яһап, жюриҙың юғары баһаһын алды. Бәйгелә Руфина төрлө жанрҙа өс йыр башҡарҙы: «Ҡысҡырмасы, кәкүк» (башҡорт халыҡ йыры), «Имәндәр шаулай» (ретро йыр), «Һыу буйҙары» (эстрада йыры). Ул үҙенең ҡабатланмаҫ моңло тауышы менән тамашасының күңелен яуланы. Уның һәр сығышын ҙур алҡыштар менән ҡаршы алдылар. Беҙ Руфина Раян ҡыҙын уңышлы сығыш яһауы менән ысын күңелдән ҡотлайбыҙ! Уға һөнәри үҫеш, ижади илһам һәм яңы үрҙәр теләйбеҙ! Талантлы йырсыбыҙ Руфина Йәнбирҙинаға тауыш бирергә онотмағыҙ, ҡәҙерле дуҫтар!
#нефтекамадәүләтфилармонияһы

Башҡортса
Русский