• + 7 (34783) 4-38-07
  • Нефтекамск, Ленин урамы, 9

11 октябрь – Республика көнө уңайы менән бөтә ҡала-райондарҙа Башҡортостаныбыҙға бәйле сағыу тамашалар уҙҙы

11 октябрь – Республика көнө уңайы менән бөтә ҡала-райондарҙа Башҡортостаныбыҙға бәйле сағыу тамашалар уҙҙы

11 октябрь – Республика көнө уңайы менән бөтә ҡала-райондарҙа Башҡортостаныбыҙға бәйле сағыу тамашалар уҙҙы

11 октябрь – Республика көнө уңайы менән бөтә ҡала-райондарҙа Башҡортостаныбыҙға бәйле сағыу тамашалар уҙҙы. Йылдағыса, күркәм байрамды Нефтекама халҡы матур һәм тантаналы итеп юғары кимәлдә ойошторҙо, сөнки Нефтекама халҡы был байрамды күп өлкәләрҙә ҙур уңыштарға ирешеп ҡаршы алды.
Республика көнөн үткәреү сараларына ҡала хакимиәте башлығы Ратмир Рәфил улының күп көс һалғаны күренә. Ҡала халҡын һәм килгән ҡунаҡтарҙы Башҡортостан көнө менән ҡотлап, ҡала хакимиәте башлығы иң изге теләктәрен еткерҙе.
Тантаналы сара ҡаланың мәҙәниәт һәм ял паркының ҙур сәхнәһендә, Нефтекама дәүләт филармонияһы артистары менән берлектә ойошторолған Башҡортостан гимнын башҡарыуҙан башланып китте. Байрам ҡала халҡы өсөн мөһим булған «Башҡорт ихатаһы», «Сәләмәтлек һуҡмағындағы» махсус велосипед юлдарын, стадион асыу кеүек сараларҙан тыш, башҡалабыҙҙан килгән билдәле йырсылар сығышы, йыр-бейеүҙәр, төрлө спорт уйындары менән үрелеп барҙы.
Нефтекама дәүләт филармонияһы артистары тарафынан йәштәр аллҽяһындағы “СҽмьЯ” стҽлаһы янында, унан һуң “Сәләмәтлек һуҡмағы” майҙансығында Башҡортостан көнөнә арналған концерт байрамға айырыуса йәм өҫтәне.
Нәфис һүҙ оҫтаһы Рита Ҡарасурина алып барған байрам концертын: Иршат Ҡарасурин, Ирина Халикова, Илнур Мөфтәхов, Тамерлан Хәлитов, Разалия Салаватова, Азат Юлдыбаҽв, Руфина Йәнбҽрҙина, Ильяс Гәрәҽв, Айнур Әмиров, Сүрия Ғималова кеүек артистарыбыҙ үҙҙәренең дәртле, рухлы, сағыу йырҙары, ҡурай моңдары менән биҙәнеләр.
Концертҡа килгән ҡала халҡы артистарыбыҙ менән бер рәттән йырлап-бейеп ихлас күңел астылар, һәр концерт сығышын алҡыштарға күмделәр. Тамашасылар был күркәм саранан үҙҙәренә көс, дәрт алып, артистарыбыҙға оло рәхмәт һүҙҙәрен еткереп, күтәренке кәйеф менән таралыштылар.
#нҽфтҽкамск
#роднойнҽфтҽкамск
#любимыйнҽфтҽкамск
#дҽньрҽспубликибашкортостан
#ratmir.mavliev
#Нефтекамскаягосударственнаяфилармония #нефтекамск #нефтекамадәүләтфилармонияһы #НГФ