15 февралдә Өфө ҡалаһында Башҡортостандың һәм Татарстандың атҡаҙанған артисы Рифҡәт Ғәбделйәновтың «Һиҙмәнек ғүмерҙең үткәнен» тип исемләнгән концерты үтте.
Концерт барышында Рифҡәт Ғәбделйәновтың ижадташ дуҫтары — Башҡортостандың атҡаҙанған артистары Иршат Ҡарасурин һәм Сулпан Ғәфүрйәнова, ҡурайсы Иҙел Исҡужин, виртуоз-баянсы Нәфис Ниғәмаев, талантлы музыкант Ильяс Гәрәев, халыҡ-ара конкурстар лауреаты Ильнур Мөфтәхов халыҡ һәм эстрада йырҙарын, милли музыка ҡоралдары композицияларын оҫта башҡарыуҙары менән килгән тамашасыны таң ҡалдырҙылар. Данлыҡлы «Түңгәүер» бейеү ансамбле артистары үҙҙәренең дәртле, һоҡланғыс бейеүҙәре менән тамашаны биҙәне.
Сарала абруйлы ҡунаҡтар, күренекле мәҙәниәт эшмәкәрҙәре булды: мәҙәниәт министры урынбаҫары, Башҡортостан Республикаһының атҡаҙанған артисы Ринат Рәшит улы Ғайсин, Башҡортостан Республикаһының атҡаҙанған сәнғәт эшмәкәре, Рәсәй Федерацияһының атҡаҙанған мәҙәниәт хеҙмәткәре Рәис Абдрахман улы Исмәғилев, Башҡортостан Республикаһының атҡаҙанған мәҙәниәт хеҙмәткәре Рәнис Рәйес улы Алтынбаев.
Сағыу концерт программаһы йыр-моң һөйөүселәргә ысын мәғәнәһендә онотолмаҫлыҡ ял минуттары бүләк итте.

Башҡортса
Русский