• + 7 (34783) 4-38-07
  • Нефтекамск, Ленин урамы, 9

16 апрель — Милли кейем көнө.

16 апрель — Милли кейем көнө.

16 апрель — Милли кейем көнө.

16 апрелдә Башҡортостан Республикаһында Милли кейем көнө билдәләнә. Милли кейем — халҡыбыҙҙың ҡәҙерле ҡомартҡыһы, уның эске булмышының, күңел донъяһының, көнкүрешенең сағылышы. Байрам халыҡтың традицияларына, тарихына һәм мәҙәниәтенә мөрөжәғәт итергә мөмкинлек бирә. Республика халыҡ ижады үҙәгенең социаль селтәрҙәрендә ошо уңайҙан саралар ойоштора. Нефтекама дәүләт филармонияһы артистары ла был саранан ситтә ҡалманы — улар Милли кейем көнөнә арналған флешмобҡа ҡушылды.

#нефтекамадәүләтфилармонияһы