21 февраль – Халыҡ ара туған тел көнө
21 февраль – Халыҡ ара туған тел көнө.
Тел – кешелек йәмғиәтенең иң ҙур ҡаҙанышы, халыҡтың матди һәм рухи байлығына асҡыс, тарихи үткән менән киләсәкте бәйләр күпер. «Теле барҙың – иле бар» тип әйтә был турала башҡорт халыҡ мәҡәле.
Ер йөҙөндә юғалып барған телдәрҙе һаҡлап ҡалыу маҡсатында 1999 йылда ЮНЕСКО 21 февраль — Халыҡ-ара туған телдәр көнө, тип иғлан итте. Ер шарында йәшәүсе халыҡтар 6 меңдән ашыу телдә аралаша, шуларҙын күптәре юғалыу сигендә.
Халыҡтың халыҡ булып ҡалыуы, йәшәүе тел яҙмышы менән бәйле. Шуға күрә телде һаҡлау, киләсәк быуынға еткереү бурысы һәр кемдең иңенә берҙәй тигеҙ һалынған.
#нефтекамскаягосударственнаяфилармония
#нефтекамадәүләтфилармонияһы
#международныйденьродногоязыка
#деньродногоязыка #роднойязык
Башҡортса
Русский