• + 7 (34783) 4-38-07
  • Нефтекамск, Ленин урамы, 9

21 февраль – Халыҡ-ара туған тел көнө

21 февраль – Халыҡ-ара туған тел көнө

21 февраль – Халыҡ-ара туған тел көнө

21 февраль – Халыҡ-ара туған тел көнө.

Тел кешенең һәм йәмғиәттең мәҙәниәтен, үҫешен булдырыусы иң мөһим күрһәткес булып тора. Тел – ул халыҡтың мәңге тере тарихы ла. Шул ғәзиз тел уны борон бер бөтөн халыҡ итеп ойошторошҡан, уртаҡ тел, һүҙ таптырған, аҡылын, күңелдәгеһен үҙенә туплап, уның күркен күтәрешкән, кемлеген бар донъяға танытҡан, халыҡтар менән аралаштырған.

Халыҡтың халыҡ булып ҡалыуы, йәшәүе тел яҙмышы менән бәйле. Шуға күрә телде һаҡлау, киләсәк быуынға еткереү бурысы һәр кемдең иңенә берҙәй тигеҙ һалынған.

“Телен ҡәҙерләгән халыҡ – ҡәҙерле булыр”, ти башҡорт халыҡ мәҡәле. Киләсәктә лә һәр баланың теле үҙ туған телендә асылһын! Бының өсөн һәр беребеҙ туған телебеҙҙә һөйләшәйек, уны ҙурлайыҡ, киләсәк быуындарға еткерәйек!

#нефтекамадәүләтфилармонияһы