• + 7 (34783) 4-38-07
  • Нефтекамск, Ленин урамы, 9

24 сентябрь көнө Нефтекама дәүләт филармонияһына эш сәфәре менән Башҡортостан Республикаһы мәҙәниәт министры Әминә Ивний ҡыҙы Шафикова килде

24 сентябрь көнө Нефтекама дәүләт филармонияһына эш сәфәре менән Башҡортостан Республикаһы мәҙәниәт министры Әминә Ивний ҡыҙы Шафикова килде.
Эш сәфәренең маҡсаты — XXIII-сө ижад миҙгелен асыу һәм Нефтекама дәүләт филармонияһына яңы директор вазифаһына Башҡортостандың атҡаҙанған артисы – Ринат Рәшит улы Ғайсинды тәғәйенләү булды.
Сара барышында Нефтекама дәүләт филармонияһының бер нисә артисына Башҡортостан Республикаһы мәҙәниәт министрлығының маҡтау ҡағыҙҙары тапшырылды.
Нефтекама ҡалаһы алдындағы ҡаҙаныштары һәм хеҙмәттәре, милли мәҙәниәтте үҫтереүгә ҙур өлөш индергәне өсөн ҡала хәкимиәт башлығы Ратмир Рафил улы Мәвлиев Рәйес Абдрахман улы Исмәғилевҡа «Ҡала алдындағы фиҙәҡәр хеҙмәте өсөн» хөрмәт билдәһен тапшырҙы.
Сара күптән көтөлгән XXIII-сө ижад миҙгелен асыу байрам концерты менән тамамланды!