• + 7 (34783) 4-38-07
  • Нефтекамск, Ленин урамы, 9

25 февраль – Башҡортостан Республикаһының Дәүләт флагы көнө

25 февраль – Башҡортостан Республикаһының Дәүләт флагы көнө

25 февраль – Башҡортостан Республикаһының Дәүләт флагы көнө

25 февраль – Башҡортостан Республикаһының Дәүләт флагы көнө.

1990 йылда республиканың Дәүләт суверенитеты тураһында декларация ҡабул ителә һәм уның рәсми атрибуттары – Дәүләт флагы, гербы, гимны булдырыла. Ә 1992 йылдың 25 февралендә рәсми символдарының береһе — яңы флаг раҫлана. Дәүләт флагында зәңгәр, аҡ һәм йәшел төҫтәге горизонталь тигеҙ буйлы һыҙаттар, уртаһында һары түңәрәк эсендә һары төҫтәге ҡурай сәскәһе төшөрөлгән. Зәңгәр төҫ күк йөҙөн, ғәҙеллекте һәм уй-ниәттәренең сафлығын аңлата. Аҡ төҫ — республика халыҡтарының тыныслыҡты һәм татыулыҡты һөйөүен белдерә. Йәшел төҫ — азатлыҡ һәм тормоштоң мәңгелеген билдәләй. Ҡурай сәскәһе — дуҫлыҡ символы, уның ете тажы Башҡортостан халыҡтарының берләшеүенә башланғыс һалған ете ырыуға ишара.
Дәүләт флагы Башҡортостандың барлыҡ дәүләт ойошмалары, хакимиәт биналары башында ғорур елберҙәй. Ул республикала юғары кимәлдә ойошторолған форумдарҙа, спорт ярыштарында, мәҙәни сараларҙа ҡатнашыусыларҙы ла сәләмләй.

Башҡортостан Республикаһының Дәүләт флагы көнө менән, дуҫтар!