• + 7 (34783) 4-38-07
  • Нефтекамск, Ленин урамы, 9

25 март — Рәсәй мәҙәниәт хеҙмәткәрҙәре көнө

25 март — Рәсәй мәҙәниәт хеҙмәткәрҙәре көнө

25 март — Рәсәй мәҙәниәт хеҙмәткәрҙәре көнө

25 март — Рәсәй мәҙәниәт хеҙмәткәрҙәре көнө

Йыл һайын 25 мартта Рәсәй Федерацияһының мәҙәниәт хеҙмәткәрҙәре көнө билдәләнә. Мәҙәниәт төрлө халыҡтарҙы, төрлө дин вәкилдәрен күп милләтле дәүләттә берләштергән, үҫештергән бер асыш. Бөгөн Рәсәй кимәлендә мәҙәниәт өлкәһендә 500 меңдән ашыу хеҙмәткәр эшләй. Улар бар көсөн һалып, халҡыбыҙҙың күңел торошон, рухын, гражданлыҡ хистәрен үҫтерергә тырыша.

Хөрмәтле мәҙәниәт хеҙмәткәрҙәре! Һеҙҙе һөнәри байрамығыҙ – Рәсәй мәҙәниәт хеҙмәткәрҙәре көнө менән ихлас ҡотлайбыҙ!
Мәҙәниәт өлкәһенең тынғыһыҙ эшсәндәре булараҡ, Һеҙ кешеләргә сәнғәт донъяһы менән аралашыуҙа шатлыҡлы минуттар бүләк итәһегеҙ, халҡыбыҙҙың күркәм, матур йолаларын һаҡлап, уларҙы артабан ижади үҫтерәһегеҙ, тормошобоҙға яҡшы кәйеф һәм байрам төҫө өҫтәйһегеҙ.
Халыҡты тормош мәшәҡәттәренән арындырып, уларҙың күңеленә рухи орлоҡ һәм өмөт һалыу йәһәтенән Һеҙҙең тырышлыҡ оло баһаға лайыҡ. Барығыҙға ла ныҡлы һаулыҡ, ғаилә именлеге, яңынан-яңы ҡаҙаныштар һәм ижади үрҙәр юлдаш булһын! Байрам менән!

#нефтекамадәүләтфилармонияһы