Нефтекама дәүләт филармонияһы артистары «Ағиҙел» дәүләт йыр һәм бейеү ансамбленең 10 йыллыҡ юбилейына арналған ҙур мәҙәни сарала ҡатнашты. Был күркәм сара Татарстан Республикаһы Аҡтаныш районының Әлфиә Авзалова исемендәге район мәҙәниәт йортонда уҙҙы. Байрамда бик күп мәртәбәле ҡунаҡтар, Татарстандың дәүләт йыр һәм бейеү ансамбле, Башҡортостан һәм Удмуртияның дәүләт ансамблдәре ҡатнашты. Нефтекама дәүләт филармонияһының талантлы артистары Иршат Ҡарасурин һәм Айваз Малыбаев үҙҙәренең дәртле, рухлы, сағыу сығыштары менән байрамға айырыуса йәм өҫтәне. Йыр-моңға төрөлгән был саранан һәр кем яҡшы кәйеф, дәрт, рухи байлыҡ алды.
#нефтекамадәүләтфилармонияһы

Башҡортса
Русский