• + 7 (34783) 4-38-07
  • Нефтекамск, Ленин урамы, 9

Талантлы йырсы, Нефтекама дәүләт филармонияһының сағыу йондоҙо, халыҡ-ара һәм республика йыр бәйгеләре лауреаты Сулпан Ғәфүрйәнова Асҡын тамашасыларына «Тормош матурлығы» тип аталған сағыу концерт программаһы тәҡдим итте.

Ҡабатланмаҫ моңло йырсының профессиональ сәхнәлә ижад итеүенә 20 йыл тулыу айҡанлы ойошторолған программала Сулпан Ғәфүрйәнова һәм уның ижадташ дуҫтары башҡарыуында эстрада һәм халыҡ йырҙары ла, тамашасылар яратып өлгөргән хиттар ҙа яңғыраны. С.Ғәфүрйәнова башҡарыуындағы «Бәхет, һин мине килеп үп», «Һандуғасым-былбылым», «Әсәйемә», «Атай йорто», «Улыма» һ.б моңло йырҙар бер кемде лә битараф ҡалдырманы. Уның башҡорт, татар, рус, төрөк, азербайжан һәм итальян телдәрендә лә берҙәй оҫта йырлауына шаһит булды тамашасылар.Ә бер туған апаһы Эльмера менән башҡарған йыры тамашасыларҙың күңеленә айырыуса хуш килде.

С.Ғәфүрйәнованы ижад байрамы менән ҡотларға Асҡын районы хакимиәте башлығы Динис Йосопов та килгәйне. Ул талантлы йырсыға ижади уңыштар, артабан да яңынан-яңы йырҙары менән тамашасыны ҡыуандырыуын теләп, Асҡын районы хакимиәтенең Почет грамотаһы, ә филармония етәкселегенә рәхмәт хатын тапшырҙы. Шулай уҡ Сулпан Зөлфәҡәр ҡыҙын Мәҙәниәт, спорт һәм йәштәр сәйәсәте идаралығы начальнигы Риваль Сәлимов, район Мәҙәниәт йорто директоры Жәлил Ғәйбәҙуллин да сәләмләп, изге теләктәрен еткерҙе. Тантаналы, ижади кисә тамашасылар күңеленә хуш килде. Улар Сулпанды көслө алҡыштарға күмеп, сәскә гөлләмәләре, күстәнәстәре менән һөйөндөрҙө.

#нефтекамадәүләтфилармонияһы