• + 7 (34783) 4-38-07
  • Нефтекамск, Ленин урамы, 9

Башҡортостандың халыҡ артисы Раян Алтыншин етәкселегендәге «Ҡәрҙәштәр» башҡорт эстрада төркөмө «Алтындарҙан аҫыл моңдарым» тип аталған сағыу концерт программаһы менән республика буйлап йәнә гастролдәргә сыҡты. Кисә, 22 октябрь, улар Дәүләкән районының Мәкәш ауылында сығыш яһаны. Нефтекама дәүләт филармонияһы артистары башҡарыуындағы рухлы, моңло йырҙар, сағыу музыкаль композициялар, дәртле бейеүҙәр бер кемде лә битараф ҡалдырманы. Сағыу концерт программаһы йыр-моң һөйөүселәргә ысын мәғәнәһендә онотолмаҫлыҡ ял минуттары бүләк итте.

#нефтекамадәүләтфилармонияһы