• + 7 (34783) 4-38-07
  • Нефтекамск, Ленин урамы, 9

Башҡортостандың халыҡ артисы Раян Алтыншин етәкселегендәге “Ҡәрҙәштәр” башҡорт эстрада төркөмө бөгөн Бәләбәй ҡалаһының урта дөйөм белем биреү һәм урта махсус һөнәри белем биреү йорттарында сығыш яһаны. Улар Бәләбәй тамашасыһын оҙаҡҡа иҫтә ҡалырлыҡ, күңелдәргә үтеп инерлек матур, дәртле концерт программаһы менән ҡыуандырҙы.💥 Тамашасылар артистарҙы бик йылы һәм ихлас ҡабул итте: һәр концерт сығышын улар дәррәү алҡыштарға күмде.👏 Ижади төркөм башҡарыуындағы сағыу сығыштар бер кемде лә битараф ҡалдырманы.

🎶Нефтекама дәүләт филармонияһы артистары тамашасыларға көс-ҡеүәт, дәрт-дарман, күтәренке кәйеф бүләк итте.🔥

#нефтекамадәүләтфилармонияһы