• + 7 (34783) 4-38-07
  • Нефтекамск, Ленин урамы, 9

9 декабрь 19:00 сәғәттә данлыҡлы ҡурайсы, халыҡ-ара һәм республика бәйгеләре лауреаты, Нефтекама дәүләт филармонияһының художество етәксеһе, Башҡортостандың халыҡ артисы Айбулат Рәхмәтуллиндың юбилей кисәһе үтәсәк. «Мәңгелек моң» тип аталған бай йөкмәткеле сағыу программала Башҡортостандың халыҡ артистары Вәхит Хызыров һәм Раян Алтыншин, Башҡортостандың һәм Татарстандың атҡаҙанған артисы Рифҡәт Ғәбделйәнов, Башҡортостандың атҡаҙанған артисы Альберт Салауатов, бөтә Рәсәй һәм республика йыр бәйгеләре лауреаты Сүриә Ғималова, данлыҡлы «Түңгәүер» бейеү ансамбле һәм юбилярҙың ижадташ дуҫтары ҡатнаша. Дәртле, рухлы, сағыу тамашанан ситтә ҡалмағыҙ, ҡәҙерле тамашасылар!