• + 7 (34783) 4-38-07
  • Нефтекамск, Ленин урамы, 9

Яҡынлашып килгән 2023 йыл — Ҡуян йылы менән ихлас күңелдән ҡайнар ҡотлайбыҙ! Ер өҫтөнә аҡлыҡ-паҡлыҡ алып килгән Яңы йыл байрамы ҡотло булһын! Киләһе йылдың һәр бер көнө бәхет-шатлыҡ ҡына килтерһен! Атҡан таңдарҙың барыһы ла алһыу булһын! Тормош юлдарында шатлыҡлы осрашыуҙар, бәхетле йылмайыуҙар, ҡыуаныслы миҙгелдәр күп булһын! Сәләмәтлек, күңел күтәренкелеге, саф мөхәббәт хистәре ғүмерлек юлдашығыҙ булһын! Яңы 2023 йылды ышаныс, өмөт менән ҡаршылайыҡ! Яңы йыл менән!🎄☃️❄️