• + 7 (34783) 4-38-07
  • Нефтекамск, Ленин урамы, 9

Бөгөн 70 йәшлек күркәм юбилейын Рәсәй Федерацияһының атҡаҙанған мәҙәниәт хеҙмәткәре, Башҡортостан Республикаһының атҡаҙанған сәнғәт эшмәкәре Исмәғилев Рәйес Абдрахман улы билдәләй.

Исмәғилев Рәйес Абдрахман улы — режиссёр, мәҙәниәт өлкәһе эшмәкәре, Рәсәйҙең Журналистар һәм Кинематографсылар союздары ағзаһы, I—IV Бөтә донъя башҡорттары ҡоролтайы (Конгресы) делегаты, Рәсәй Федерацияһының атҡаҙанған мәҙәниәт хеҙмәткәре һәм почётлы кинематографсыһы, Башҡортостан Республикаһының атҡаҙанған сәнғәт эшмәкәре.

Рәйес Абдрахман улы Исмәғилев 1953 йылдың 29 ғинуарында Башҡорт АССР-ының Белорет районы Йөйәк ауылында тыуған. 1976 йылда Өфө дәүләт сәнғәт институтын, Свердловск Юғары партия мәктәбен тамамлаған.
1971-1976 йылдар — Өфө дәүләт сәнғәт институтының режиссёрҙар әҙерләү бүлеге студенты. 1975-1984 йылдар — Башҡортостан телевидениеһы режиссёры һәм баш режиссёры. 1984-1986 йылдар — «Башҡортостан» дәүләт телерадиокомпанияһы студияһының баш режиссёры, художество етәксеһе. 1991-1992 йылдар — «Баштелефильм» ижади-производство берләшмәһе директоры. 1992-1996 йылдар — «Башҡортостан» дәүләт телерадиокомпанияһының кинорежиссёры. 1997-2006 йылдар — «Башҡортостан» киностудияһы директоры. 2006-2011 йылдар — Мәжит Ғафури исемендәге Башҡорт дәүләт академия драма театры директоры. 2011-2020 йылдар — Нефтекама дәүләт филармонияһы директоры.
Юғары баһалар яулаусы Рәис Абдрахман улы Исмәғилев оло сәнғәттә үҙен Өфө дәүләт сәнғәт институтының режиссура бүлегендә уҡып йөрөгәндә үк һынап ҡарай. Ул 4-се курста уҡығанда «Башҡортостан» телерадиокомпанияһында билдәле режиссер Әмир Абдразаковтың беренсе ярҙамсыһы ролендә «Башҡорт туйы» фильмын һәм башҡа ҡыҫҡа метражлы фильмдар төшөрөргә ярҙам итә. Унда Рәйес Абдрахман улы ябай режиссёрҙан художество етәксеһенә, баш режиссёр, һуңыраҡ, телефильмдар төшөрөүсе ижади берләшмә директоры, БР-ҙың мәҙәниәт министрлығының «Башҡортостан» киностудияһы директоры дәрәжәһенә тиклем күтәрелә. Тынғыһыҙ ижад кешеһе һәм оҫта, профессиональ етәксе булараҡ, артабан ул М.Ғафури исемендәге Башҡорт академия драма театрына директор итеп тәғәйенләнә.

Сәнғәттең ҡайһы ғына өлкәһендә эшләмәһен, Рәйес Абдрахман улы тәғәйенләнгән һәр эшкә бөтә көсөн һала. Республикабыҙ милли сөнғәтен, мәҙәниәтен үҫтереүҙә, уның ҡаҙаныштарын арттырыуҙа өлөшө баһалап бөткөһөҙ.
Рәйес Абдрахман улы Рәсәй кимәле менән генә сикләнмәй, ижади эштәр тыуҙырыу өсөн йыш ҡына сит илдәрҙә лә була. Билдәле шәхестәр, күренекле сәйәсәт һәм мәҙәниәт әһелдәре менән осраша, был тәъҫораттар режиссерҙың ижади эштәрендә лә сағыла.

Рәйес Исмәғилев «Башҡортостан» киностудияһында һәм «Башҡортостан» Дәүләт телерадиокомпанияһында төшөрөлгән 50-нән артыҡ нәфис һәм документаль фильм, шулай уҡ кино- һәм телевизион очерктар, телеспектаклдәр режиссеры. Улар араһында бигерәк тә «Белый ворон» нәфис фильмы, «Подвиг хлебороба», «Под знаком Аркаима» (1994 йылда Архангельск ҡалаһында үткәрелгән «Төньяҡ балҡышы» Бөтә Союз кинофестивале дипломын алды), «Заһир йыры — халыҡ йыры», «Курултай собирает друзей» (Екатеринбург ҡалаһында 2002 йылда уҙған «Ер һәм кешеләр» төбәк-ара кинофестиваль лауреаты) фильмдәре һәм башҡалар бар.

Маҡтаулы исемдәре: «Төньяҡ балҡышы» Бөтә Союз кинофестивале дипломанты, Рәсәй Федерацияһының почетлы кинематографсыһы, «Ер һәм кешеләр» төбәк-ара кинофестиваль лауреаты, Ҡатай йәштәре йыйынында «Ҡатай ырыуы аҡһаҡалы” номинацияһына лайыҡ була. Фиҙаҡәр һәм тырыш, өлгөлө хеҙмәте өсөн Рәис Абдрахман улы 1995 йылда «Башҡортостан Республикаһының атҡаҙанған сәнғәт эшмәкәре», ошо уҡ йылда «Рәсәйҙең почетлы кинематографисы», ә 2004 йылда – РФ-тың атҡаҙанған мәҙәниәт хеҙмәткәре тигән маҡтаулы исемдәргә лайыҡ була.

Рәйес Абдрахман улын матур ғүмер байрамы менән ҡайнар ҡотлайбыҙ, уға ныҡлы һаулыҡ, ғаилә именлеге, йән тыныслығы, уңыштар, яҡындарының терәк-таянысын тойоп, ҡурай моңондай оҙон, бәхетле ғүмер кисереүен теләйбеҙ.💐

#нефтекамскаягосударственнаяфилармония