• + 7 (34783) 4-38-07
  • Нефтекамск, Ленин урамы, 9

Башҡортостандың халыҡ артисы Раян Алтыншин етәкселегендәге “Ҡәрҙәштәр” башҡорт эстрада төркөмө бөгөн Бәләбәй ҡалаһында сығыш яһаны. Ижади төркөм башҡарыуындағы рухлы, моңло йырҙар, дәртле бейеүҙәр, виртуоз музыканттарыбыҙ башҡарыуындағы сағыу музыкаль композициялар бер кемде лә битараф ҡалдырманы. Тамашасылар артистарҙы бик йылы һәм ихлас ҡабул итте: һәр концерт сығышын улар дәррәү алҡыштарға күмде.👏

#нефтекамадәүләтфилармонияһы
#концертыгастроли