Башҡортостандың халыҡ артисы Раян Алтыншин етәкселегендәге “Ҡәрҙәштәр” башҡорт эстрада төркөмөнөң Бәләбәй ҡалаһында гастролдәре дауам итә. Ижади төркөм башҡарыуындағы сағыу сығыштар — тере тауыш менән башҡарылған моңло йырҙар, сихри ҡурай моңдары, дәртле бейеүҙәр – бер кемде лә битараф ҡалдырманы!🎶Нефтекама дәүләт филармонияһы артистары тамашасыларға көс-ҡеүәт, дәрт-дарман, күтәренке кәйеф бүләк итте.🔥
#нефтекамадәүләтфилармонияһы

Башҡортса
Русский