• + 7 (34783) 4-38-07
  • Нефтекамск, Ленин урамы, 9

Бөгөн 8 МАРТ — Халыҡ-ара ҡатын-ҡыҙҙар көнө билдәләнә🌷🌹💐

Ҡәҙерле һәм һөйөклө ҡатын-ҡыҙҙар!
Һеҙҙе ихлас күңелдән яҙҙың иң күркәм байрамдарының береһе – Халыҡ-ара ҡатын-ҡыҙҙар көнө менән ҡайнар ҡотлайбыҙ! Ғүмерҙең оҙонон, сәләмәтлектең ныҡлыһын, тормоштоң йәмлеһен, бәхеттең ташып торғанын теләйбеҙ! Һәр килгән көнгә, атҡан таңға ҡыуанып, яҡындарығыҙҙың изгелеген күреп, уңыштарына һөйөнөп, ҡайғы-хәсрәтһеҙ ғүмер итергә яҙһын! Гел шулай яғымлы, хәстәрлекле булып ҡалығыҙ! Барлыҡ изге уйҙарығыҙ, хыялдарығыҙ тормошҡа ашһын, һөйөп-һөйөлөп йәшәгеҙ! Байрам менән!💐🎁🎊