• + 7 (34783) 4-38-07
  • Нефтекамск, Ленин урамы, 9

Популяр йырсы, автор-башҡарыусы, халыҡ-ара һәм республика йыр бәйгеләре лауреаты, Нефтекама дәүләт филармонияһының сағыу йондоҙо Сулпан Ғәфүрйәнова “Башҡортостан Республикаһының атҡаҙанған артисы” тигән маҡтаулы исемгә лайыҡ булды🏆🔥

Был юғары награданы бөгөн Сулпан Ғәфүрйәнованың ижад кисәһендә Башҡортостан Республикаһының мәҙәниәт министры урынбаҫары Алмаз Рәсих улы Сәйетов тапшырҙы.

Ҡабатланмаҫ моңло йырсының профессиональ сәхнәлә күп йылдар ижад итеүенә арналған сағыу тамаша филармониябыҙҙың Ҙур концерт залында үтте.

«Мин ғашиҡмын һиңә, тормош!» тип аталған ижад кисәһендә артист үҙенең йырлы-моңло үткән юлдарына байҡау яһаны. Залда ла, сәхнәлә лә уның дуҫтары, яҡындары, ижадташтары йыйылған ине.

Тантаналы сарала шулай уҡ ҡотлау һүҙе менән Асҡын районының мәҙәниәт, спорт һәм йәштәр сәйәсәте идаралығы начальнигы Риваль Ринат улы Сәлимов сығыш яһаны. Сулпан Зөлфәҡәр ҡыҙын ижад байрамы менән ҡотлап, ул талантлы йырсыға уңыштар, артабан да яңынан-яңы йырҙары менән тамашасыны ҡыуандырыуын теләп, Асҡын районы мәҙәниәт ударалығы исеменән рәхмәт хаты тапшырҙы.

Күңелле, йыр-моңға бай программала Сулпан Ғәфүрйәнова һәм уның ижадташ дуҫтары башҡарыуында ретро, эстрада, халыҡ йырҙары ла, тамашасылар яратып өлгөргән хиттар ҙа, премьералар ҙа яңғыраны. Уның «Башҡортостан», «Һағынам ауылымды», «Етем бала», «Һаумы, ҡояш», «Хөрмәтемдә йәшәгеҙ, атай-әсәй» һәм үҙе ижад иткән «Көнбағыш», «Туй», «Хушлашаһы килмәй», «Әйтсе һин, иркәм» йырҙары бер кемде лә битараф ҡалдырманы.

Сулпан Ғәфүрйәнова етәкселегендәге «Сулпан» татар фольклор йыр ансамбле, «Ҡайтауаз» татар эстрада төркөмө, Элина Балағотдинова, нәфис һүҙ оҫтаһы Ғәзинур Хәлимовтың сағыу сығыштары концертҡа тағы ла йәм өҫтәне. Данлыҡлы «Түңгәүер» бейеү ансамбле башҡарыуындағы дәртле бейеүҙәр һәм талантлы музыканттарыбыҙ Ильяс Гәрәев, Нәфис Ниғәмәев, Иҙел Исҡужин башҡарыуындағы музыкаль композициялар кисәне тулыландырҙы,биҙәне.

Тантаналы, ижади кисә тамашасылар күңеленә хуш килде. Улар Сулпанды көслө алҡыштарға күмеп, сәскә гөлләмәләре, күстәнәстәре менән һөйөндөрҙө. Сағыу концерт программаһы йыр-моң һөйөүселәргә ысын мәғәнәһендә онотолмаҫлыҡ ял минуттары бүләк итте.