• + 7 (34783) 4-38-07
  • Нефтекамск, Ленин урамы, 9

Бөгөн Башҡортостан Республикаһы халыҡтарының милли кейеме көнө билдәләнә

Милли кейем – халҡыбыҙҙың ҡәҙерле ҡомартҡыһы, уның эске булмышының, күңел донъяһының, көнкүрешенең сағылышы. Милли кейем — милли төҫ, милли сифатты сағылдырған бер билдә генә түгел, ә халыҡтың оло тарихын, ижади ҡеүәһен күрһәткән дәлил. Был байрам халыҡтың традицияларына, тарихына һәм мәҙәниәтенә мөрәжәғәт итергә мөмкинлек бирә.

Башҡортостан — күп милләтле республика, уның территорияһында 160-тан ашыу төрлө милләт вәкилдәре татыулыҡта һәм берҙәмлектә йәшәй. Уларҙың һәр ҡайһыһының мәҙәни үҙенсәлеге бар: уны милли кейем аша күрергә мөмкин. Төрлө мәҙәниәт һәм милләт вәкилдәрен Башҡортостан Республикаһы халыҡтарының Милли кейеме көнө менән ҡайнар ҡотлайбыҙ! Барығыҙға ла именлек һәм һаулыҡ, тыныслыҡ һәм татыулыҡ теләйбеҙ!
Байрам менән, дуҫтар!