• + 7 (34783) 4-38-07
  • Нефтекамск, Ленин урамы, 9

Нефтекама дәүләт филармонияһы артистары «Башҡорт теленән халыҡ-ара диктант» акцияһында ҡатнашты.

«Башҡорт телендә һөйләшәм, башҡорт телендә яҙам» девизы аҫтында ойошторолған был халыҡ-ара белем биреү акцияһы Нефтекама тарих тыуған яҡты өйрәнеү музейында һәм үҙәк ҡала китапханаһында үтте. Сара хатаһыҙ яҙыу мәҙәниәтен популярлаштырыу һәм үҫтереү мәсьәләләренә иғтибарҙы йәлеп итеүгә йүнәлтелгән. Диктант башҡорт телен башланғыс кимәлдә белгәндәр, иркен аралашҡандар өсөн һәм төньяҡ-көнбайыш диалектында яҙыусылар өсөн ойошторолдо.

Тантаналы сараны Башҡортостандың атҡаҙанған артисы, Нефтекама дәүләт филармонияһы директоры Ринат Рәшит улы Ғайсин асты. Күркәм сара Нефтекама дәүләт филармонияһы артистары башҡарыуындағы башҡорт халҡының милли гимны – «Урал» йыры менән башланды. Диктант тексын әҙәби музыкаль лекторий етәксеһе Рита Ҡарасурина һәм нәфис һүҙ оҫтаһы Розалия Ҡарасурина уҡыны.

Акцияла ҡатнашыусыларға сертификат тапшырылды. Телебеҙҙе һаҡлап ҡалыу һәм үҫтереү маҡсатында ойошторолған был сара күркәм байрам кәйефендә үтте.

#нефтекамскаягосударственнаяфилармония