• + 7 (34783) 4-38-07
  • Нефтекамск, Ленин урамы, 9

Нефтекама дәүләт филармонияһы артистары «Ҡурай даны» милли телевизион премияһын тапшырыу тантанаһында ҡатнашты.🎶🎤🎵🎼

Сағыу тамаша «Башҡортостан» дәүләт концерт залында үтте.
Тантаналы сараны үҙҙәренең сағыу сығыштары менән Азат һәм Розалия Ҡарасуриндар, Башҡортостандың атҡаҙанған артисы Илгиз Миңлеәхмәтов, «Түңгәүер» бейеү ансамбле солистары Вера Николаева һәм Илназ Әҙиәтуллин биҙәне.

💫 «Ҡурай даны» милли телепремияһы «Башҡортостан» телерадиокомпанияһының «Курай-ТВ» музыкаль-күңел асыу телеканалы башланғысы менән ойошторолдо.✨