• + 7 (34783) 4-38-07
  • Нефтекамск, Ленин урамы, 9

✨Бөгөн бөтә донъя Халыҡ-ара бейеү көнө билдәлә✨

Бейеү сәнғәттең иң популяр төрҙәренән һанала. Унда халҡыбыҙҙың рухи-мәҙәни булмышы, тормош-көнкүреш үҙенсәлектәре, инаныуҙары сағылыш тапҡан. Бейеү — иң боронғо сәнғәттәрҙең береһе: ул ҡайғы-шатлыҡтарҙы хәрәкәт ярҙамында башҡаларға еткереү теләге менән бәйле. Тәүтормош кешеһенең күп ваҡиғалары бейеү ярҙамында күрһәтелә: тыуыу, үлеү, һуғыш, яңы башлыҡты һайлау, ауырыуҙы йүнәлтеү. Бейеү менән алланан ямғыр, ҡояш нуры, уңыш, яҡлау һорағандар, ғәфү үтенгәндәр. Кешелек донъяһы үҫешеү менән бергә бейеүҙәр ҙә үҙгәрә, камиллаша барған.

Нефтекама дәүләт филармонияһының «Түңгәүер» бейеү ансамбле артистарын һәм бөтә бейеү сәнғәтен һөйөүселәрҙе был байрам айҡанлы ысын күңелдән ҡайнар ҡотлайбыҙ! Ныҡлы һаулыҡ, ижади уңыштар, юғары үрҙәр, бәхет, тыныс күк йөҙө, именлек теләйбеҙ! Бөтә донъя Халыҡ-ара бейеү көнө менән, дуҫтар!