Бөгөн Башҡортостан Республикаһы халыҡтарының милли кейеме көнө билдәләнә💥
Милли кейем – халҡыбыҙҙың ҡәҙерле ҡомартҡыһы, уның эске булмышының, күңел донъяһының, көнкүрешенең сағылышы.
✨Милли кейем — милли төҫ, милли сифатты сағылдырған бер билдә генә түгел, ә халыҡтың оло тарихын, ижади ҡеүәһен күрһәткән дәлил. Был байрам халыҡтың традицияларына, тарихына һәм мәҙәниәтенә мөрәжәғәт итергә мөмкинлек бирә.
✨Башҡортостан — күп милләтле республика, уның территорияһында 160-тан ашыу төрлө милләт вәкилдәре татыулыҡта һәм берҙәмлектә йәшәй. Уларҙың һәр ҡайһыһының мәҙәни үҙенсәлеге бар: уны милли кейем аша күрергә мөмкин.
💥Төрлө мәҙәниәт һәм милләт вәкилдәрен Башҡортостан Республикаһы халыҡтарының Милли кейеме көнө менән ҡайнар ҡотлайбыҙ! Барығыҙға ла именлек һәм һаулыҡ, тыныслыҡ һәм татыулыҡ теләйбеҙ!
Байрам менән, дуҫтар!💕

Башҡортса
Русский