Бөгөн 19 сәғәттә Нефтекама дәүләт филармонияһы XXVI концерт миҙгелен асыу тантанаһына саҡыра!🔥🔥🔥
“Халыҡтар берҙәмлегендә — Рәсәй көсө!” программаһында филармония артистары үҙҙәренең тамашасыларына иң яҡшы һәм сағыу сығыштарын бүләк итәсәк!🎶🎤🎵🎼💥
Программала халыҡтар берҙәмлеге, дуҫлыҡ, халҡыңа һөйөү һәм тоғролоҡ тураһында популяр йырҙар, хәрби-патриотик композициялар яңғырай💥
✨Концерт программаһында филармонияның ижади коллективтары һәм данлыҡлы «Түңгәүер» бейеү ансамбле ҡатнаша.🔥
Рәхим итегеҙ!🌺
#нефтекамскаягосударственнаяфилармония

Башҡортса
Русский