• + 7 (34783) 4-38-07
  • Нефтекамск, Ленин урамы, 9

Хөрмәтле тамашасылар!

5 октябрь 19 сәғәттә Хөсәйен Әхмәтов исемендәге Башҡорт дәүләт филармонияһында Нефтекама дәүләт филармонияһының талантлы йондоҙҙары бай йөкмәткеле сағыу концерт программаһы менән сығыш яһаясаҡ.🔥🔥🔥

“Халыҡтар берҙәмлегендә — Рәсәй көсө!” программаһында филармония артистары үҙҙәренең тамашасыларына иң яҡшы һәм сағыу сығыштарын бүләк итәсәк!🎶🎤🎵🎼🔥

Программала халыҡтар берҙәмлеге, дуҫлыҡ, халҡыңа һөйөү һәм тоғролоҡ тураһында популяр йырҙар, хәрби-патриотик композициялар яңғырай. 💥

Концерт программаһында филармонияның ижади коллективтары һәм данлыҡлы «Түңгәүер» бейеү ансамбле ҡатнаша.✨

Рәхим итегеҙ!

#нефтекамскаягосударственнаяфилармония