• + 7 (34783) 4-38-07
  • Нефтекамск, Ленин урамы, 9

Нефтекама дәүләт филармонияһының концерт эштәре буйынса директоры урынбаҫары, Башҡортостандың һәм Татарстандың атҡаҙанған артисы Рифҡәт Ғәбделйәнов һәм Башҡортостандың халыҡ артисы Раян Алтыншин “Юлдаш” радиоһының “Өфө һөйләй” тапшырыуында ҡатнашты.🎵🔥

Артистарыбыҙ филармонияның ижади коллективтары ниндәй пландар менән йәшәүе хаҡында һөйләне, киләсәккә ҡуйған маҡсаттар менән бүлеште. Үҙҙәренең ҡаҙаныштары, уңыштары, шатлыҡтары менән уртаҡлашып, радио тыңлаусыларҙың һорауҙарына тура эфирҙа яуап бирҙеләр.