Бөгөн Рәсәйҙә Атайҙар көнө билдәләнә💥
Был байрам йәмғиәттә атай абруйын күтәреү, уның ролен нығытыу маҡсаты менән булдырылған.
Бала бер үк кимәлдә атаһының да, әсәһенең дә һөйөүенә һәм иғтибарына мохтаж. Әсәйҙәребеҙ ғаилә усағын һаҡлаусы булһа, атай – ул ғаиләнең төп яҡлаусыһы һәм терәге!
Хөрмәтле, һөйөклө, хәстәрлекле атайҙар! Һеҙҙе ихлас күңелдән ошо матур байрам менән ҡайнар ҡотлайбыҙ! Һеҙгә ҡоростай ныҡлы һаулыҡ, бәрәкәтле мул тормош, ғаилә именлеге, эшегеҙҙә уңыштар теләйбеҙ! Балаларығыҙға өлгөлө атай, ғаиләгеҙгә ныҡлы терәк-таяныс булып йәшәгеҙ!💐

Башҡортса
Русский