• + 7 (34783) 4-38-07
  • Нефтекамск, Ленин урамы, 9

Ҡалабыҙҙа «Башҡорт мәҙәниәте һәм яҙмаһы айлығы» әүҙем дауам итә. Шундай сараларҙың һуңғыһында, Ҡала мәҙәниәт үҙәгендә үткән «Башҡортостан менән Рәсәй — мәңге дуҫ, мәңге бергә!» программаһында Нефтекама дәүләт филармонияһының талантлы, популяр йәш солист-ҡурайсыһы Айваз Малыбаев та ҡатнашты. Сараның «Күңелем моңо — ҡурай» өлөшөндә тамашасылар Айваз менән яҡынданырак танышып, уның ҡурай сәнғәтенә нисек килеүе, уңыштары тураһында тәрәнерәк белде. «Сәйлән» фольклор студияһы етәксеһе Зилә Аҙнабаева менән ихлас әңгәмәнән һуң, артист уларға үҙенең яратҡан хиттарын бүләк итте.