Башҡортостандың халыҡ артисы Раян Алтыншин етәкселегендәге “Ҡәрҙәштәр” башҡорт эстрада төркөмө республика буйлап йәнә гастролдәргә сыҡты.
“Халыҡтар берҙәмлегендә – Рәсәй көсө!” тип аталған сағыу концерт программаһы менән бөгөн улар Стәрлетамаҡ районында сығыш яһаны. Нефтекама дәүләт филармонияһының талантлы йырсылары Ләйсән Нурыева, Илнур Мөфтәхов, Илнара Ғилманова, Рәзинә Билалова, Башҡортостандың халыҡ артисы Раян Алтыншин башҡарыуындағы милли рухлы, моңло йырҙар, Айваз Малыбаев башҡарыуындағы дәртле ҡурай моңдары, «Түңгәүер” бейеү ансамбле солисы Вера Николаева башҡарыуындағы сағыу бейеүҙәр бер кемде лә битараф ҡалдырманы.

Башҡортса
Русский