• + 7 (34783) 4-38-07
  • Нефтекамск, Ленин урамы, 9

Бөгөн Халыҡтар берҙәмлеге көнө билдәләнә💥

4 ноябрь — Халыҡтар берҙәмлеге көнө. Был байрам – данлы үткәнебеҙгә, Ватаныбыҙ традицияларына хөрмәт билдәһе, уның киләсәгенә ышаныс символы. Уртаҡ маҡсаттар, берҙәмлек һәм илһөйәрлек беҙҙең күп милләтле халҡыбыҙҙы иң ауыр саҡтарҙа бергә тупланы һәм ҡаршылыҡтарҙы еңеп сығырға булышлыҡ итте. Ата-бабаларыбыҙҙың даны, ҡаһармандарса эштәре беҙгә һәр саҡ туғанлылыҡ, берҙәмлек һәм илһөйәрлек өлгөһө булып хеҙмәт итә.

Ҡәҙерле дуҫтар! Бөтәгеҙҙе лә Халыҡтар берҙәмлеге көнө менән ихлас ҡотлайбыҙ! Һеҙгә ныҡлы һаулыҡ, бәхет, татыулыҡ, именлек, изге эштәрегеҙҙә уңыштар теләйбеҙ. Күктәребеҙ аяҙ, еребеҙ һәр саҡ тыныс булһын!