Башҡортостандың халыҡ артисы Раян Алтыншин етәкселегендәге “Ҡәрҙәштәр” башҡорт эстрада төркөмө республика буйлап йәнә гастролдәргә сыҡты.
“Халыҡтар берҙәмлегендә – Рәсәй көсө!” тип аталған сағыу концерт программаһы менән бөгөн улар Бәләбәй ҡалаһында сығыш яһаны. Нефтекама дәүләт филармонияһының талантлы йырсылары Азат Ҡарасурин, Ләйсән Нурыева, Илнара Ғилманова, Рәзинә Билалова, Башҡортостандың халыҡ артисы Раян Алтыншин башҡарыуындағы милли рухлы, моңло йырҙар, Айваз Малыбаев башҡарыуындағы дәртле ҡурай моңдары, «Түңгәүер” бейеү ансамбле солистары Ирина Вострецова һәм Башҡортостандың атҡаҙанған артисы Илнур Муллағәлиев башҡарыуындағы сағыу бейеүҙәр бер кемде лә битараф ҡалдырманы.
#нефтекамадәүләтфилармонияһы

Башҡортса
Русский