Бөгөн Халыҡ-ара Әсәйҙәр көнө билдәләнә🌺
Һәр быуын өсөн әсәй мөхәббәт һәм наҙлылыҡ өлгөһө, рухи ҡиммәттәрҙе һаҡлаусы булып тора. Уның аша беҙ тормош менән танышабыҙ, тәүге һүҙҙәрҙе ишетәбеҙ. Әсәнең һиҙгер йөрәге, күңел йылыһы яҙмыштың аяуһыҙ елдәренән, ҡатмарлы хәл-ваҡиғаларҙан һаҡлай. Нәҡ ул беҙҙә матур, юғары кешелек сифаттарын тәрбиәләй, изге эштәргә фатихаһын бирә.
Хөрмәтле ҡатын-ҡыҙҙар, һөйөклө әсәйҙәр!
Һеҙҙе иң гүзәл байрамдарҙың береһе – Әсәйҙәр көнө менән ихлас ҡотлайбыҙ!
Барығыҙға ла ныҡлы сәләмәтлек, бәхетле
оҙон ғүмер, ғаилә именлеге, тыныс күк йөҙө теләйбеҙ. Йөҙөгөҙҙән бер ваҡытта ла йылмайыу китмәһен! Балаларығыҙ, яҡындарығыҙ уҡыуҙағы һәм хеҙмәттәге уңыштары, йылы һүҙҙәре, изге эштәре менән һәр ваҡыт ҡыуандырһын! Был байрам көнөндә бөтә уй-теләктәрегеҙ тормошҡа ашһын!

Башҡортса
Русский