Бөгөн «Башҡортостан» дәүләт концерт залында “ЮлдашХит-2023” йыр фестивале гөрләп үтте. Сағыу тамашала Нефтекама дәүләт филармонияһы артистары – Башҡортостандың халыҡ артисы Раян Алтыншин («Юлдаш» радиоһының июнь айы хит-парады еңеүсеһе), йәш талантлы йырсы Рәзинә Билалова (август айы хит-парады еңеүсеһе), «Түңгәүер» бейеү ансамбле артистары Айгөл Исҡужина һәм Илназ Әҙиәтуллин ҡатнашты.

Башҡортса
Русский