• + 7 (34783) 4-38-07
  • Нефтекамск, Ленин урамы, 9

Бөгөн Нефтекама ҡалаһы башҡорт гимназияһында Башҡорт теле көнөнә арналған концерт уҙҙы. Нефтекама дәүләт филармонияһының «Ҡәрҙәштәр» башҡорт эстрада төркөмө тамашасылар алдында “Башҡортостан – тыуған төйәгем” тип аталған сағыу концерт программаһы менән сығыш яһаны. Артистарыбыҙ үҙҙәренең иң моңло, популяр йырҙарын һәм дәртле бейеүҙәрен бүләк итте. Концерт бик күңелле үтте.