• + 7 (34783) 4-38-07
  • Нефтекамск, Ленин урамы, 9

Нефтекама дәүләт филармонияһында Башҡортостандың һәм Татарстандың атҡаҙанған артисы Рифҡәт Ғәбделйәновтың концертына әҙерлек бара.

«Һиҙмәнек ғүмерҙең үткәнен» тип исемләнгән концерт программала Башҡортостандың атҡаҙанған артисы Сулпан Ғәфүрйәнова, Халыҡ-ара конкурстар лауреаты, талантлы йырсы Илнур Мөфтәхов, Халыҡ-ара конкурстар лауреаты, виртуоз-баянсы һәм йырсы Нәфис Ниғәмаев, Бөтә Рәсәй конкурстары лауреаты, балалайкала уйнаусы Ильяс Ғәрәев, «Түңгәүер» бейеү ансамбле ҡатнаша.